Балтас районы Ҡомъяҙы ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы

Урындағы халыҡ өсөн күптән көтөлгән объект «Сәләмәтлек» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы ярҙамында сафҡа инде. Учреждение заманса медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған. Кабинеттар уңайлы һәм иркен. Бында пациенттарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Ҡомъяҙы ауылында йәшәүселәрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова тәбрикләне. Модернизациялау программаһы сиктәрендә 2025 йылға тиклем Башҡортостанда 456 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөу бурысын ҡуйылған. Балтас районында тиҙ ҡорола торған моделле фап-тар яҡын киләсәктә Көндәшле һәм Иштирәк ауылдарында ла асылыр тип көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ