Республика Башлығы ҡушыуы буйынса уларҙа хөкүмәт ағзалары, парламент депутаттары, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, почетлы ҡунаҡтар ҡатнаша. Быйыл мәктәпкә 500 меңдән ашыу уҡыусы бара. Уларҙың 48 меңе тәүге тапҡыр парта артына ултыра. Башҡортостан мәктәптәрендә шулай уҡ Донбастан һәм террорға ҡаршы операция барған биләмәләрҙән эвакуацияланған 200 бала белем аласаҡ.




