Өфөлә “Геройҙар дәүере” фестивале дауам итә

Бөгөн уның икенсе көнө. Ижади бәйге Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың тыуған көнөнә һәм Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арнала. Быйылғы конкурста 300-гә яҡын заявка ҡабул ителгән. Ярым финалға 36 композитор һәм автор-башҡарыусы һайлап алынған.

Өфөлә “Геройҙар дәүере” фестивале дауам итә

“Фестиваль - патриотик рух тәрбиәләй, илһөйәрлекте сағылдыра”, ти Башҡортостандың халыҡ артисы, композитор, баһалама комиссияһы ағзаһы Нур Дауытов.

Өфөлә “Геройҙар дәүере” фестивале дауам итә

"Геройҙар дәүере" конкурсы быйыл 3-сө тапҡыр ойошторола. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Еңеүселәр бөгөн Совет майҙанында билдәле була. Шулай уҡ тамашала Рәсәй милли гвардияһы өлгөлө оркестры, Асҡар Абдразаҡов, Ольга Кормухина, Элвин Грей сығыштары көтөлә. 

Фото №1 - Өфөлә “Геройҙар дәүере” фестивале дауам итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ