Бөгөн данлыҡлы 112-се башҡорт атлылар дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл. 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Яҙыусы Флүр Ғәлимов батыр тураһында документаль роман ижад итте.
Республикала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бирелә. Легендар шайморатовсыларҙың береһе Мөғин Нагаев. Өфөнөң 160-сы лицейы уның исемен йөрөтә. “Беҙ балаларҙы патриот һәм геройҙарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ. Уҡыусылар Миңлеғәли Шайморатов һәм Мөғин Нагаевтың ҡаһарманлығы тураһында белеп үҫә”, - ти директоры урынбаҫары Рәсимә Кәримова. Мөғин Нагаев танкттарға ҡаршы батарея взводы командиры була. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Әммә батыр һалдатҡа Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордендары тапшырыла. Республикала Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы булдырылды. “Бөгөн хәрбиҙәребеҙ ҡаһарман быуындың юлын дауам итә”, - ти Рәсимә Кәримова.
Өфөлә Миңлеғәли Шайморатовтың тыуған көнөнә арналған “Геройҙар дәүере” конкурс-фестивале дауам итә. Бөгөн унда ижади ярыш еңеүселәре, милли гвардия ғәскәрҙәре оркестры сығыш яһай. Шулай уҡ Башҡортостандң халыҡ артистары Асҡар Абдразаҡов һәм Радик Юлъяҡшин, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина йырлай. Концерт баш ҡаланың Совет майҙанында үтә.







