Быйыл көҙ 378 мең гектар сәселә. Был - уҙған йылдағынан 12 мең гектарға аҙыраҡ. - Хужалыҡтар ужым сәсеүҙе башланы, - тип белдерҙе Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Бөгөн баҫыуҙарҙа ураҡ эштәре лә бара. Һәр гектарҙан 28 центнер уңыш алына.




