Ил хөкүмәтенең шундай ҡарары бар. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, республика аҡсаһына ла автопарк яңыртыла. Быйыл 17 автобус алынған. Башҡортостан бюджетынан 107 миллион һум бүленгән. Республикала 50 меңдән ашыу уҡыусыны мәктәптәргә автобустар йөрөтә.




