Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең балаларын мәктәпкә оҙатып барырға ҡушты

Башҡортостанда власть органдары етәкселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 1-се класҡа барған балаларын уҡыу йылының тәүге көнөндә мәктәпкә оҙатасаҡ. Был турала  хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. - Бер йыл элек ошонай башланғыс менән сыҡтыҡ. Йоланы дауам итеп, изге эш эшләргә кәрәк, - тине  Радий Хәбиров. Яңы уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана.  Башҡортостанда 524 мең мәктәп уҡыусыһы бар, уларҙың 48 меңе 1-се класҡа бара.

Фото №1 - Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең балаларын мәктәпкә оҙатып барырға ҡушты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ