Был турала Көрәш һарайында булғандан һуң, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итте.
Төбәк етәксеһе объекттың тышҡы һәм эске яҡтан да бик үҙенсәлекле килеп сығыуын билдәләп, бында шөғөлләнәсәк балалар, уларҙың ата-әсәләре һәм тренерҙар ҡәнәғәт булыр, тигән ышаныс белдергән.
Баш ҡаланың 450 йыллығына төҙөлгән эре спорт объекты халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар уҙғарыу өсөн үҙәк урындарҙың береһенә әйләнәсәк. Был саралар исемлеген быйыл октябрҙә уҙасаҡ «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумы, шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Совет ултырышы асасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Көрәш һарайын төҙөү бынан 5 йыл элек, 2019 йылдың авгусында башланғайны. Ул саҡта Ради Хәбиров төҙөлөшкә старт биреп, бинаның нигеҙенә киләсәк быуындарға мөрәжәғәт менән капсула һалды.






