Шайморатов ордены кавалерҙары ҡор йыя. Башҡортостанда юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булыусыларҙың клубы ойошторолдо. Бөгөн ойошма ағзалары тәүге совет ултырышын уҙғарҙы. Генерал-майор Шайморатов ордены кавалерҙары клубы эшендә Республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Яңы ойошма ағзалары ҡуйған бурыстар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Оскар Ситдиҡов бар ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған офицер. Алғы һыҙыҡтағы батырлыҡтары өсөн «Ҡаһарманлыҡ», Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән. Әле ул Рәсәй Президентының «Геройҙар дәүере» кадрҙар программаһында ҡатнаша, яугирҙың остазы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
«Шайморатов клубы» ағзалары араһында хәрбиҙәр генә түгел, ябай хеҙмәт кешеләре лә бар. Мәҫәлән, Гүзәлиә Вәлиева һөнәре буйынса табип. Самолетта бала ғүмерен ҡотҡарған өсөн Шайморатов орденына лайыҡ була.
Клубтың маҡсаты тарихи хәтерҙе, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, йәштәрҙе батырҙар рухында тәрбиәләү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың яҡындарына ярҙам итеү, тине Радий Хәбиров.
Яугирҙар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө һөнәр эйәләре. Клуб ағзалары төрлө тармаҡта эшләй, төрлө йәштә. Әммә уларҙың бөтәһен дә Ватанға тоғролоҡ, ҡыйыулыҡ бәйләй. Ойошманың рәйесе махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Азат Бадранов тәғәйенләнде.
Шайморатов ордены кавалерҙары клубтың төп маҡсатын алғы һыҙыҡтағыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙә, йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләүҙә күрә.
Шайморатов исеме Башҡортостан халҡы өсөн ҡаһарманлыҡ символы булып тора. Республикала генерал-майор исемен йөрөткән хужалыҡ, урамдар бар. Радий Хәбировтың башланғысы менән легендар генералға Өфөлә мөһабәт һәйкәл ҡуйылды, белем усаҡтарында Шайморатов кластары асылды. Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Батыр исемендәге орден, миҙал булдырылды. Кавалерҙар клубы ҡаһармандарыбыҙҙы данлау, илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса даими эшмәкәрлектең тағы ла бер сағылышы.
Шайморатов ордены хәрби, һөнәри, гражданлыҡ бурысын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткән кешеләргә тапшырыла. Шуға күрә орден кавалерҙары клубын да батырҙар ойошмаһы тип атарға мөмкин. Киләсәктә иһә уларҙың эш тәжрибәһе, тормош һабаҡтары республиканың сәйәси-ижтимағи йәшәйешендә лә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә лә әүҙем ҡулланыласаҡ.
Рәмзиә Кәримова



