«Батырҙар дәүере» илһөйәрлек йырҙар конкурсы ҙур фестиваль менән тамамаланды

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә һәм Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған музыкаль сара Өфөнөң Совет майҙанында үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 августа «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында онлайн режимда конкурстың һайлап алыу этабы уҙғайны. Һуңғы ике көн дауамында ҡатнашыусылар еңеү өсөн көрәште. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Батырҙар дәүере фестивале Өфөнөң Совет майҙанына меңләгән ҡала халҡын һәм уның ҡунаҡтарын йыйҙы. Сара Азат Шаһмөхәмәтов етәкселегендәге Рәсәй милли гвардияһы өлгөлө оркестры концерты менән башланды. Улар тамашасыларға һуғыш йылдары йырҙарын тәкдим итте. Шулай уҡ сәхнәнән баш ҡалабыҙ Өфөгә бағышланған композициялар ҙа яңғыраны.

«Батырҙар дәүере» юҡҡа ғына Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында үтмәне. Легендар комдивтың тыуыуына теүәл 125 йыл. Шулай уҡ фестиваль Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә арналды. Музыкаль бәйгегә илдең 36 төбәгенән йәмғеһе 300-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән.

Ҡатнашыусылар араһында Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары артистары ла бар ине. Фестивалдең өсөнсө тапҡыр үтеүен иҫәпкә алғанда, конкурста тәүге тапҡыр ғына түгел, икенсегә килеп урын алыусы бар. Владивостоктан Антон Ровин был юлы «автор йыры» номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды.

Конкурстың приз фонды бер миллион һум. Еңеүселәр «Композитор», «Һүҙ авторы» һәм «автор йыры» номинациялары буйынса билдәләнә. Һуңғы икәүһе башҡорт һәм рус телендә ижад итеүселәр араһында.

Батырҙар дәүере фестивале сәхнәһенә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менан генерал Шайморатов ордены кавалерҙары сыҡты. Улар Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Республика етәксеһе конкурс еңеүселәрен бүләкләне.

Фестиваль Асҡар Абдразаҡов, Ольга Кормухина, Радик Юлъяҡшиндың сығышы менән тамамланды.

Батырҙар дәүере проектының маҡсаты - патриотик йырҙар жанрын тергеҙеү һәм танытыу. Совет майҙаны тотош Рәсәйҙән композиторҙарҙы, шағир-йырсыларҙы һәм автор-башҡарыусыларҙы йыйҙы. Фестиваль үҙ маҡсатына иреште.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ