Башҡортостан милли музейында Владимир Нуждиндың шәхси күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан милли музейында күренекле рәссам Владимир Нуждиндың шәхси күргәҙмәһе асылды. Рельеф гравюра йүнәлешендә тимер һәм таштан эшләнгән ижади эштәрҙең төп өлөшө илһөйәрлек темаһына арналған. Республикала ойошторолған күргәҙмәлә 70-тән ашыу эш өлгөһө күрһәтелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров экспозиция менән танышып рәссамдың республика менән бәйле ижади эштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Владимир Нуждин Башҡортостан дәүләт наградаларында һүрәтләнгән билдәләр авторы. Ул Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм миҙалында, Григорий Аксаков ордены, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» өсөн миҙалындағы символдарҙы төшөргән.

Владимир Нуждиндың ижадында хәрби-илһөйәрлек темаһынан тыш, Рәсәй һәм Европаның бөйөк дәүләт эшмәкәрҙәре портреттары, рус халыҡ әкиәттәре образдары ла сағылыш тапҡан. Күренекле рәссам Рәсәй Ҡораллы көстәренең Үҙәк музейы, Рус география йәмғиәте, Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы һәм башҡа халыҡ-ара ойошмалар һәм конкурстар өсөн заказдар үтәгән. Уның авторлығында эшләнгән Башҡортостан дәүләт наградалары экспозицияһын Владимир Нуждин республика милли музейына бүләк итте.

Күргәҙмәлә байтаҡ ижади эштәрем Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышланған. Уның исемен йөрөткән дәүләт наградаһын һүрәтләр алдынан архив мәғлүмәттәргә таянып генерал-майорҙың тормош юлын, хәрби ҡаҙаныштарын, эске сифаттарын өйрәндем. Ижадта хәрби-илһөйәрлек, Кремль, Ватан һаҡсылары темаларын яҡын күрәм.

Владимир Нуждин, рәссам
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ