Тауыш биреү көндәрендә “Рәхмәт” акцияһы ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн һайлау участкаһына килергә, ирекмәндәрҙән беләҙек һәм Куар код алырға кәрәк. Һуңғыһын рәхмәт102.рф сайтына сканерлап ебәрергә кәрәк. Еңеүселәрҙе 6, 7 һәм 8 сентябрҙә көнөнә ике тапҡыр билдәләйҙәр.







