Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин хәбәр итеүенсә, турнирҙа Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан стронгмендары ҡатнаша. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары Белгородтан донъя чемпионы Давид Шамей һәм Донъя кубогын алған Валерий Савин араһындағы алышты ҡарай ала, Донъя кимәлендәге бәһлеүән Мөхәммәт-Али Тохтоматов та титул өсөн көрәшә. Халыҡ-ара турнир 31 августа “Ҡашҡаҙан” паркында уҙа.




