Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында Ҡыпсаҡ ырыуы йыйыны уҙҙы

Йыйында Башҡортостандың 20 районы, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан делегаттар, ҡунаҡтар ҡатнашты. Башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм социаль-ижтимағи тормошона арналған сара хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Ҡыпсаҡ ырыуы йыйыны Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған ауылы Тәүәкәндә ойошторолдо. Ағиҙел, Эйек буйҙарын төйәк иткән ҡыпсаҡтар хаҡында яҙма сығанаҡтарҙа мәғлүмәт беҙҙең эраның 8-се быуатыннан һуң теркәлгән. Бәндәбикә, Ерәнсә сәсән дәүере 100 ашыу кеше ҡатнашлығында театрлаштырылған сағыу тамаша аша күрһәтелде. Ҡыпсаҡ йыйынын Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ярҙам фонды ойоштороҙо.

Делегаттар өсөн йыйындың пленар ултырышы Тәүәкән ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Ултырышта ил яҙмышына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр ҡаралды, мәҙәни һәи тарихи мираҫты өйрәнеү иғтибарға алынды.Ҡыпсаҡтарҙы берләштергән дуҫлыҡ йыйынында ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләне. Ҡыпсаҡтар үҙҙәренең ҡор башы итеп күренекле тел белгесе, ғалим, филология фәндәре кандидаты Әхәт Сәлиховты һайланы.

«Бәпембә» балалар баҡсаһы «Аҡбуҙат» журналын ҡунаҡҡа саҡырҙы,»Урал» спорт комплексында иһә йәштәр өсөн ғаилә йылына арналған «Рух» майҙаны форумы уҙҙы.

Йыйынға саҡырылған ҡунаҡтар Тәүәкән ауылы модулле китапханаһында Мортаза Рәхимов музейы менән дә танышты.

Ҡыпсаҡтар йыйынында тирмәләр конкурсы, «Бәйге» башҡорт милли уйындары ойошторолдо.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ