Хәрбиҙәрҙе Өфө-Арена боҙ һарайы янында туғандары һәм яҡындары ҡаршы алды. Республика үҙ яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә автобустарҙа алып барған һәм шулай уҡ алып ҡайтҡан берҙән бер төбәк. Был юлы ла яугирҙар тыуған яҡҡа уңайлы транспортта ҡайтты. Был иһә һанаулы ғына отпуск ваҡытын юлға сарыф итмәй, ғаилә менән оҙағыраҡ булыу мөмкинлеге бирә. Яугирҙарҙҙы йорттағылар түҙемһеҙлек менән көтә. Ялдың һәр минуты алдан уҡ тәғәйен эшкә билдәләнгән, ти улар.






