Өфөләге Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияла БиоКуб лабораторияһы асылды

Ул Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында йыһазландырылған. Лабораторияны «Йыл уҡытыусыһы - 2020» бәйгеһе еңеүсеһе, биология уҡытыусыһы Федан Ғафаров етәкләй. Уның һүҙҙәренсә, проект ярҙамында уҡыусылар практик биология менән генә түгел, заман һөнәрҙәре һәм фән менән яҡындан таныша ала. Грант аҡсаһына лаборатор ҡоролмалар, уҡыу һәм демонстрацион микроскоптар, экология һәм кеше физиологияһын тикшереүсе һанлы лаборатория, шулай уҡ «Йәшел колонна» компьютерлаштырылған комплекс һатып алынған. Дәрестәрҙе гимназистар өсөн генә түгел, баш ҡаланың Ленин районы уҡыусыларына ла үткәреү күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ