Өфөлә яңы "НефАЗ"дар йөрөй башлай

 "Башавтотранс"ҡа 88 машина килтерелде. Асҡыстарҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. 79 автобус 31-се, 51-се һәм 57-се А маршруттарына сыға. Тағы 9 машина Нефтекама ҡалаһында пассажирҙарҙы йөрөтә. - 31 августа Өфөнөң юбилейын билдәләйбеҙ. Баш ҡалаға - ҙур бүләк. Республиканың һәм Өфөнөң транспорт инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса эште дауам итәбеҙ. Автобустарҙы һатып алдыҡ, алабыҙ һәм аласаҡбыҙ,- тине Радий Хәбиров. Һуңғы биш йыл ярым ваҡыт эсендә "Башавтотранс" паркы өсөн 1 мең 400-ҙән ашыу автобус алынған.

Фото №1 - Өфөлә яңы "НефАЗ"дар йөрөй башлай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ