Сара Шишмә районында “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында уҙҙы. Унда генерал-майор исемен йөрөткән 6-9-сы кластарҙа белем алған 260 уҡыусы ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы балалар һорауҙарына яуап бирҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Шайморатов класында белем алған егеттәр һәм ҡыҙҙар башҡаларға өлгө булырға тейеш.
Быйыл Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулды. Исемле кластар Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда ойошторола башланы. Әле 189 класта 4 меңдән ашыу уҡыусы белем ала.







