Уны ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан комитеты әҙерләгән. Белешмәлә республика һәм Өфө тарихы, мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары менән танышырға була. Йыйынтыҡҡа “Салауат Ере” тарихи-мемориаль паркы, “Янғантау” геопаркы, “Турахан” сәфәр йорто ла индерелгән. Бынан тыш, белешмәлә ҡунаҡханалар, дини ойошмалар, ауыл һәм ҡалаларға бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр күрһәтелгән.




