Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем ҡабул ителгән документҡа ярашлы, контракт төҙөүселәргә беҙҙең республиканан түләү суммаһы 505 мең һумға еткерелде. Бындай ярҙамды 31 авгусҡа тиклем алыу мөмкинлеге билдәләнде. Хәҙер өҫтәмә түләүҙәрҙе алыу ваҡыты 31 октябргә тиклем. Башҡортостанда федераль аҡсаны иҫәпкә алғанда Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум бирелә.







