Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2 сентябрҙән конкурста ҡатнашыуға документтар ҡабул ителә. Уларҙы октябрь аҙағына тиклем тапшырырға мөмкин. Еңеүселәр 1 декабргә билдәле була. Иң яҡшы йорт һәм подъездар өсөн 75 мең һумдан 750 мең һумға тиклем аҡсалата бүләк ҡаралған. Был конкурс Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылдан уҙғарылып килә.







