Өфөлә БРИКС дәүләттәре йәш дипломаттарының форумы дауам итә

Сарала донъяның 30-лаған иленән 100-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Халыҡ-ара йәштәр проекттары, заманса шарттарҙа спортты үҫтереү, сәйәсәт һәм хәүефһеҙлек, күп полярлы донъяны формалаштырыуҙа дәүләт-ара берләшмәнең роле. Башҡортостанда үткән форумда ошо һәм башҡа темалар ҡарала. Әйткәндәй, был юлы сара «БРИКС плюс» тип атала. Сөнки элек бындай осрашыуҙарҙа 5 ил ҡатнашһа, был юлы форум тәүге тапҡыр киңәйтелгән составта үтә. Делегаттар фекеренсә, һәр заманда ла үҫеш өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу талап ителә.

Бик файҙалы, мәғлүмәтле форум. Беҙ төрлө дәүләттәрҙән килгән делегаттарҙың уңышлы эш алымдарын барлайбыҙ, бәхәсле темалар буйынса фекер алышабыҙ. Йәш дипломаттарға үҫеш, камиллашыу өсөн бик кәрәкле сара)

Ядгар Давуди, делегат, Ираҡ

Мин Башҡортостанда тәүге тапҡыр. Өфө оҡшаны. Йәшел, матур ҡала, халҡы алсаҡ, ихлас. Форумда үҙем өсөн бик күп яңы, фәһемле мәғлүмәттәр ишеттем. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәр тармаҡта ла мөһим.

Анна Гонсалес, Делегат, Куба
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ