Гуманитар ярҙам алғы һыҙыҡҡа тиклем барып етә. «Ветер» ҡушаматлы яугир һалдаттарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Махсус хәрби операцияға ул үҙе теләп юлланған. Фронттың ҡатмарлы участкаларында хеҙмәт иткән. Әле штурмлаусы республикаға ҡайтып, дауаланыу үтә.
Хәрби хеҙмәткә контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәре федераль түләүҙәр менән бергә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса аласаҡ.
Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәге офистарында белешергә мөмкин. Һайлап алыу пункты номеры 248-29-31. Өфө коды 347.






