Ил кимәлендәге әһәмиәтле мәҙәни проекттар исемлегенә ингән сара ике көн дауам итә. Был юлы фестивалдең концерт программаһы баш ҡаланың 450 йыллығына арнала, сәхнәлә Рәсәй эстрадаһының билдәле йондоҙҙары сығыш яһауы көтөлә. «Евразия йөрәге» фестивале 2012 йылда Рәсәй халыҡтарының хәҙерге заман сәнғәте форумы булараҡ үткәрелә башлай. 2016 йылдан «Халыҡ-ара сәнғәт фестивале» статусына эйә. Ошо ваҡыт эсендә унда 18 илдән, Рәсәйҙең 24 төбәгенән йырсылар һәм музыканттар ҡатнашып өлгөргән.



