Фиҙаҡәр хеҙмәте менән республика һәм Өфө үҫешенә тос өлөш индергән 80-дән ашыу кеше дәүләт наградалары алды. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ҙа бар ине. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт һәм юғары ҡаҙаныштар өсөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантаналы шарттарҙа үтте. Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне.
Бүләкләнеүселәр араһында ғалимдар, уҡытыусылар, табиптар, төҙөүселәр, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, артистар һәм башҡа һөнәр эйәләре. Уларҙың һәр береһе һөнәренә оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт иткән шәхестәр.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа иғтибар үҙәгендә булды. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар һәм медицина ротаһы хеҙмәткәрҙәре Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров барлығы 80-дән ашыу кешегә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы Өфө юбилейы сараларының бер өлөшө.
Башҡортостандың дәүләт наградалары, Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары тапшырылған һөнәрмәндәрҙең һәр береһе үҙ вазифаһында республика һәм башт ҡал үҫешенә тос өлөш индергән. Хеҙмәт алдынғылары үҫеп килгән йәш быуын өсөн һайлаған һөнәренә тоғролоҡ өлгөһө булып тора.
Флорида Ким



