Өфөлә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан бөгөн «Башҡортостан» концерт залында тантаналы ултырыш үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, илдең энергетика хәүефһеҙлеге, үҙаллылығы һәм именлеге нефть-газ тармағының эшмәкәрлегенә бәйле. Был байрамда беҙ йола булараҡ «Башнефть» компанияһы коллективын тәбрикләйбеҙ. Предприятие төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә, социаль программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, тине Республика башлығы. «Башнефть» төбәк бюджетын тулыландырыусы төп донор булып тора.

Башҡортостан башлығы «Башнефть» компанияһының төбәк проекттарында әүҙем ҡатнашыуын да билдәләне. Һуңғы йылдарҙа ғына 300 социаль проект тормошҡа ашырылған. Улар араһында Октябрьский ҡалаһындағы Боҙ һарайын, Өфөнөң Нуғай ауылындағы поликлиниканы, Ишембай ҡалаһында башҡорт нефтен асыусылар майҙанын, Йәрмәкәй районында мәктәпте, Благовещен ҡалаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексын һәм башҡа ҙур объекттарҙы билдәләп үтергә мөмкин. Радий Хәбиров фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн нефть һәм газ тармағы эшселәренә, ветерандарға рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе. Сөнки юғары күрһәткестәр һәр эшсенең тырышлығына бәйле. «Өфөоргсинтез» предприятиеһынан Алик Дәүләтбаев әйтеүенсә, улар етештергән продукция сит илдәргә лә оҙатыла. Башҡортостанға Ырымбур өлкәһенән күсеп килдек, эшем оҡшай, ти ул.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ