Өфө 450 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Мөһим ваҡиғаға әҙерлек сиктәрендә Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты туристарға һәм урындағы халыҡҡа Өфөнөң генә түгел, тотош республиканың тарихы, мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары менән танышырға ярҙам итәсәк белешмә әҙерләне. Уның төп маҡсаты - төбәктең бай тарихы һәм мәҙәниәте менән уртаҡлашыу. Белешмәне уҡыусылар республика райондары, баш ҡала, билдәле объекттар тураһында мәғлүмәт таба ала. Шулай уҡ белешмә биттәрендә “Салауат ере” тарихи-мемориаль паркы, Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге кеүек яңыраҡ асылған туристик локациялар урын алған.






