Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә яҡташтарыбыҙ 10 миллион һумға алданған. Октябрьский ҡалаһынан 59 йәшлек һәм Нуриман районынан 50 йәшлек ирҙәр биржала инвестициялар ярҙамында еңел аҡса эшләргә теләп, 6,5 миллион һумға кредит алған һәм мутлашыусыларға күсергән. Өфөнән 54 йәшлек ҡатынға ялған банк белгестәре шылтыратып 2 миллион һум кредит алырға күндергән. Полиция интернетта шикле иғландарға ышанмаҫҡа һәм таныш булмаған телефон номерҙарына яуап бирмәҫкә кәңәш итә.







