“Өфөнө танытабыҙ. Хеҙмәтебеҙҙе республика үҫеше өсөн арнайбыҙ”. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина шулай тип белдерҙе. “Ғилми тикшеренеүҙәр алып барыуға ярҙам итеү Башҡортостан етәкселегенең мөһим бурысы булып тора. Хуплау булғас, эш тә ырамлы бара. Баш ҡала юбилейын ҙур уңыштар менән ҡаршылайбыҙ”, - тине ул.
Фән илдең технологик суверенитетын тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. “Быйыл үткән “Фән сәғәтендә” Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Республикала Евразия фәнни-мәғариф үҙәге булдырылды. Ул алты вузды, өс ғилми учреждение һәм 30 индустриаль партнерҙы берләштерә. Кампус ғалимдарға һәм студенттарға уҡыу, фән менән шөғөлләнеү, шулай уҡ уңайлы шарттарҙа йәшәү мөмкинлеге бирә.







