Юбилей уңайынан баш ҡалаға сит ил ҡунаҡтары килә. Тантанаға саҡырылғандар исемлегендә Президенттың Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Абхазия президенты Аслан Бжания, Беларусь премьер-министры Роман Головченко бар. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан рәсми делегациялар, төбәктәр, ҙур ҡалалар башлыҡтары килеүе көтөлә. Бөгөн баш ҡалала төп юбилей обьекттарының береһе “Көрәш һарайы” асыла. “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы янында “Ваҡыт капсулаһы” һалына. Байрам саралары Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында ойошторола. Ете райондың һәр береһе үҙ программаһын әҙерләгән.







