Бүләкләү сараһы барышында яһалма интеллект ярҙамында булдырылған күргәҙмә ойошторолдо. Унда нейроселтәр ойошмалар етештергән төрлө тауарҙарҙы үҙенсәлекле һүрәттәргә төшөргән. Конкурста 20 номинация буйынса Волга буйы округы төбәктәренән 58 компания лауреат исеменә лайыҡ булды. Улар араһында беҙҙең республиканан 11 ойошма бүләкләнде. Еңеүселәр Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша.







