Халыҡ-ара чемпионат киләһе аҙнала Шишмәләге "Патриот" паркында һәм Ғафури районында уҙғарыла. - Геолог - бик мауыҡтырғыс һөнәр. Беҙҙең бурыс - йәштәргә уңайлы шарттар булдырыу Был егеттәр һәм ҡыҙҙар 20 йылдан илдең геологик сәйәсәтен билдәләйәсәк, - тине Радий Хәбиров. Чемпионатта геологик профилле уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Рәсәйҙең 15 төбәге һәм 10 дәүләттән командалар килә. Улар 11 йүнәлеш буйынса белем һәм оҫталығын күрһәтә.







