Сарала ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан үткән сарала 30-ҙан ашыу ҡала етәкселеге, төрлө төбәк вәкилдәре, ҡунаҡтар ҡатнашты. Көн тәртибендә ҡала-ара хеҙмәттәшлек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, етем балаларға торлаҡ бүлеү, мегаполистарҙы үҫтереү юлдары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфөнөң тарихи юбилейы уңайынан Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы ултырышы Башҡортостанда ойошторолдо. 30 ҙур һәм ҡеүәтле ҡаланы берләштергән ассоциация вәкилдәре биләмәләрҙе үҫтереү, төҙөкләндереү тәжрибәһен уртаҡлашып «Торатау» конгресс-холында сығыш яһаны. Былтыр ассоциация рәйесе итеп Өфө хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев һайланған. Ойошма ҡатнашлығында республика баш ҡалаһын яҡшыртыу, төҙөкләндереү өсөн милли проекттар тормошҡа ашырылған.
Волга буйы федераль округы ҡалалар ассоциация ҡарамағына 15 млн кеше йәшәгән биләмәләр инә. Йылдам үҫешкән ҡалаларҙы уртаҡ мәсьәләләр, оҡшаш маҡсат-пландар берләштерә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ир-егеттәргә реабилитация ойоштороу, етем тәрбиәләнгән балаларҙы торлаҡлы итеү, урындағы халыҡҡа ҡамасаулаған берәҙәк этттәр проблемаһын хәл итеү һәм башҡа һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды.
Волга буйы ҡалалары ассоциацияһына ингән биләмәләрҙә быйыл юбилей саралары байтаҡ. Чебоксар ҡалаһына 555 , Йошкар-Олаға 440 һәм гүзәл баш ҡалабыҙ Өфөгә 450 йыл тулды. Байрам саралары биләмәне төҙөкләндерергә, социаль объекттарға нигеҙ һалырға, ҡаланы тәртипкә килтерергә тағы ла этәргес булып тора.
Флорида Ким






