Баймаҡта уҡытыусылар август кәңәшмәһенә йыйылды

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Үткән йылға йомғаҡ яһау, киләсәккә бурыстар билдәләү өсөн район уҡытыусылары август кәңәшмәһенә йыйылды. Бер юлы «Сәскә байрамы» ла үтте.

Райондың мәғариф учреждениелары йыл да август кәңәшмәһе алдынан ,,Сәскә байрамы,,н үткәрә. Мәктәп, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре үҙ майҙансыҡтарында үҫкән сәскәләр, емеш-еләк, йәшелсәләрҙе күгәҙмәгә ҡуя. һәр эш үҙенсәлекле итеп тәҡдим ителә. Педагогтар бар эшкә күңел йылыһын, фантазияһын һала. Баһалама ағзалары һәр сығышты йөкмәткеһенә, күргәҙмәләрҙең байлығына, төрлөлөгөнә ҡарап урындар билдәләй.

Педагогтарҙың август кәңәшмәһе “Ғаилә һәм мәктәптең үҙ-ара бәйләнеше - белем һәм тәрбиә биреүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға уңышлы юл,,темаһына арналды. Конференцияның пленар өлөшөндә үткән йылға йомғаҡ яһалды, ҡаҙаныштар баһаланды, яңы уҡыу йылында хәл ителәсәк мәсьәләләр ҡаралды, маҡсаттар билдәләнде

Районда быйыл 682 уҡыусы тәүге тапҡыр мәктәп ишектәрен асасаҡ, 3 йәш белгес эшкә ҡайтҡан, әммә кадрҙар мәсьәләһе киҫкен ҡала. Уҡыу йылын Баймаҡ лицей-интернаты тулыһынса төҙөкләндерелеп ҡаршы алһа, 4-се лицейҙа пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү буйынса махсус класс булдырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ