Ул йәштәрҙең ижади һәләтен асыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Фестивалдең «Стереовидение» проекты төрлө картина һәм фотоһүрәттәрҙе үҙ эсенә ала. Күргәҙмә Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусында асылды. Экспонаттар араһында Санкт-Петербург рәссамдары Эдуард Оганов, Александр Волонский һәм Денис Лютовтың ижад емештәре урын алған. Шулай уҡ баш ҡала фотографтарының да эштәре тәҡдим ителәсәк. Картиналар һәм фотоһүрәттәрҙең бер өлөшө Өфөгә арналған. Улар менән сентябрь аҙағына тиклем танышырға мөмкин. Инеү ирекле.
Елена Оганова, «Диодор» ижади проекттар етәксеһе



