Владимир Путин Өфө һәм Башҡортостан халҡын баш ҡалаға нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығы менән ҡотланы. Был - ҡаланың бай тарихына ҡараш ташларға, Өфөнө хәрби еңеүҙәре, хеҙмәт, фәнни, ижади ҡаҙаныштары, спорттағы бейеклектәре менән данлаған яҡташтар исемен иҫкә алыу өсөн яҡшы сәбәп, тәьҫирләндергес юбилей. Ҡаланың үҙенсәлекле йөҙөн һаҡлап киләсәккә ынтылыуы мөһим.
Иҡтисад һәм социаль өлкәһе үҫешә, юғары технологиялы производстволар асыла, яңы мәктәптәр, театрҙар, мәҙәниәт һарайҙары, стадиондар барлыҡҡа килә. Өфөлә шулай уҡ халыҡ-ара форумдар, күләмле спорт турнирҙары уҙғарыу шарттары тыуҙырылған. Был уңыштың нигеҙендә төрлө милләт, дин һәм мәҙәниәттәр араһындағы ихтирам һәм аңлашып йәшәү традициялары, Өфөләрҙең хеҙмәт яратыусанлығы, алдына юғары бурыстар ҡуйып уға ирешә алыуы ята. Тыуған ҡалаға һөйөү, уның сәскә атыуына өлөш индереү теләге киләсәктә лә алға ҡуйған маҡсаттарға ирешеүгә булышлыҡ итәсәгенә ышанам, тиелә Рәсәй Президентының ҡотлауында.
.






