Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшмәкәрлеге менән танышты.
Алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам фонды филиалы төбәктә бер йылдан ашыу эшләп килә. Ошо осорҙа граждандарҙан 50 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Төп проблемалар ярҙам сараларын билдәләү, юридик һәм медицина ярҙамы күрһәтеү, ветеран таныҡлығы юллау, протез алыу һәм башҡа социаль гарантиялар менән бәйле. Бөтәһе 45 мең һорау ыңғай хәл ителгән. Фонд халыҡты ҡабул итеүҙе даими ойоштора, был эшкә министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары йәлеп ителә. Муниципаль берәмектәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һорауҙары менән 97 социаль координатор шөғөлләнә.
Шулай уҡ бөгөн Игорь Комаров Өфөлә асылған Ситуация үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Ҡала хакимиәте бинаһында урынлашҡан үҙәктә мегополис тормошонда тәртип ойоштороу, урамдарҙы күҙәтеү өсөн йөҙҙән ашыу мәғлүмәт-аналитика системаһы тоташтырылған. Ситуация үҙәге төрлө ведомстволарҙың эшен контролдә тотоп, граждандарҙың именлеген тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк.







