Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын билдәләргә саҡырылған Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шафкатжон Абдуразаков менән дә осрашты. Яҡтар иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышты. Атап әйткәндә, ағас эшкәртеү буйынса берҙәм предприятие , газ заправкалау станциялары төҙөү буйынса тәҡдимдәр булды. Шулай уҡ ауыл хужалығы, энергетика һәм еңел сәнәғәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлекте яйға һалыу көтөлә.



