Өфөлә «Евразия йөрәге» фестивале башланды

Өфөлә 8-се тапҡыр «Евразия йөрәге» тибә. «Торатау» конгресс-холы амфитетрында ике көнгә иҫәпләнгән Халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды. Ил кимәлендәге әһәмиәтле мәҙәни проекттар исемлегенә ингән сара быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арнала. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

«Торатау» конгресс-холы амфитеатрында барыһының да кәйефе күтәреңке, сөнки бөтәһенең дә йөрәге бер булып тибә. «Евразия йөрәге» матур йолаға әйләнгән сараларҙың береһе. Был юлы фестивалдең концерт программаһы баш ҡаланың 450 йыллығына арналған.

Бай йөкмәткеле музыкаль программа тамашасыларҙы заманса сығыштар, төрлө йылдарҙағы хиттар, Рәсәй эстрадаһы башҡарыусылары менән ҡыуандырҙы. «Пицца» төркөмө, популяр йәш башҡарыусы Ваня Дмитриенко, йырсы һәм актер Алексей Воробьев, Белоруссиянан «Харизма» ансамбле һәм «Бишбармаҡ» оркестры «Евразия йөрәге» нең ҡунағы булды.

Йыл һайын сара үҙенең масштабын һәм күләмен киңәйтә. Быйыл, мәҫәлән, йөҙ квадрат метрҙан ашыу экран, ике йөҙ киловатттан ашыу тауыш һәм өс йөҙ яҡтылыҡ ҡорамалдары әҙерләнгән. Беҙҙең телеканалдың күсмә телевизион станцияһы, тиҫтәләгән оператор, режиссер, продюссерҙар фестивалде тура эфирҙа яҡтырта. «Евразия йөрәген» зәңгәр экрандар аша ғына түгел, үҙ күҙҙәре менән ҡарарға тип республиканың төрлө тарафтарынан, күрше төбәктәрҙән килеүселәр бар.

Өфө өсөн мөһим, юбилейлы көндәрҙә ойошторолған «Евразия йөрәге» фестивален күрмәй ҡалмағыҙ. Иртәгә, фестиваль сәхнәһенә Элвин Грей, Зәйнетдин проекты, Хазина төркөмө сығасаҡ. Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Алсу, HammAli & Navai көтөлә. Сара Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басковтың сығышы менән тамамланасаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ