Сибайҙа 5 меңдән ашыу фонарь ҡуйылған

Сибайҙа 5 меңдән ашыу фонарь ҡуйылған

Урамдарҙы яңыртыу иҫке лампаларҙы диод өлгөләргә алыштырыу программаһы буйынса атҡарыла. Яңы сағыу лампалар ҡала мөхитен биҙәп кенә ҡалмай, хәүефһеҙ ҙә. Ҡалала шулай уҡ тышҡы яҡтыртыу ҡоролмаларына идара итеү өсөн 117 шкаф ҡуйылған.

Эш тамамланды. Идара итеү шкафтары электр энергияһы тотоноу күрһәткестәрен автоматик рәүештә алыу мөмкинлеге бирә һәм Баш РЭС белгестәре менән тура бәйләнеш урынлаштыра.

Илдар Вәлиуллин, Сибай ҡала хакимиәте башлығының төҙөлөш, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ