Ете йөҙҙән ашыу кеше - 300 бала, 136 өлкән быуын вәкиле заманса шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Бындай уңайлыҡтар Шаран районы Наратаҫты ауылында «Сәләмәтлек» милли проекты медицинаның беренсел звеноһын модернизациялау дәүләт программаһына ярашлы булдырылды. Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Наратаҫтыла медицина учреждениеһы быға тиклем ауыл мәктәбе бинаһында урынлашҡан булған. Ауыл үҙәгендә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы бында йәшәүселәр өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға.
Яңы асылған модулле фапта пациенттарҙы фелдьшер Ильвина Салауат ҡыҙы ҡабул итә. Бында олоһо- кесеһенә беренсел медицина ярҙамы күрһәтелеүҙән тыш, яңы тыуған сабыйҙарға патронаж уҙғарыла, өлкәндәр иһә тулы диспансер тикшереү үтәсәк. Был үҙ сиратында күп кенә сирҙәрҙе алдан асыҡлау мөмкинлеге бирәсәк.
Фельдшер пациенттарҙы ҡаланыҡынан кәм булмаған шарттарҙа ҡабул итә. Ҡан баҫымы, кәүҙә ауырлығын үлсәү, үпкә торошон тикшергәндән һуң бөтә мәғлүмәт компьютерға теркәлә. Ауыл халҡы бында рецепттар яҙҙырып ала, дауаханға барыу өсөн юллама алыу мөмкинлегенә эйә. Фапта көнөнә 20 пациент хеҙмәтләндереләсәк.
Ауыр хәлдәге пациенттарҙы ташыу өсөн носилкалар, дарыуҙар өсөн һыуытҡыс, ЭКГ-аппараты, гинекология ҡорамалдары-фапта беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барыһы ла бар. Был районда сафҡа ингән 11-се һаулыҡ һаҡлау объекты.
Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһына ярашлы, Шаран районында быйыл Саҡты, Кәртәле ауылдарында ла заманса модулле фаптар төҙөләсәк. 2030 йылға тағы ла 18 яңы модулле фапты сафҡа индереү күҙаллана.
Гүзәл Борханова




