Социаль тикшереүҙәр эксперт институты түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы. Унда белдерелеүенсә, тауыш биреүҙә ҡатнашырға теләүселәр күп. Башҡортостанда халыҡтың 64 проценты участкаларға киләсәге тураһында әйткән. Федераль эскперттар фекеренсә, халыҡ аныҡ эштәргә иғтибар итә, шуға төбәктәрҙең әлеге башлыҡтары беренсе турҙа уҡ еңеп сығырға тейеш. - Кешеләр президенттың кандадаттарын хуплай һәм ауыр ваҡытта власть менән берләшә, -тип хәбәр итәләр институттан. Сентябрҙә Рәсәйҙең 25 төбәгендә һайлауҙар үтә. Башҡортостанда участкалар 6,7 һәм 8 сентябрҙә эшләй.







