- Үҙенсәлеген һаҡлап ҡалған ҡала киләсәккә ынтыла. Иҡтисад һәм социаль өлкә йылдам үҫешә, яңы, юғары технологиялы етештереү линиялары асыла, мәктәп, театр, мәҙәниәт һарайы, стадиондар төҙөлә. Өфөлә ҙур халыҡ-ара форумдар, мәртәбәле спорт турнирҙары уҙғарыу өсөн бөтә шарттар бар. Был ҡаҙаныштарҙың нигеҙе - төрлө милләт, дин һәм мәҙәниәт вәкилдәре араһында дуҫлыҡ, Өфө халҡының эш һөйөүсәнлеге, ҙур маҡсаттар ҡуйып уларға ирешә алыусанлығы, тиелә президенттың ҡотлауында.







