Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, төп йүнәлештәрҙең береһе - туризм. Сухум аэропорты төҙөлөшө тамамланғас, Өфөнән Абхазияға тура авиарейс асылыуы көтөлә. Шулай уҡ сауҙа үҫешә. Абхазиянан шарап һәм емеш индерелә. Башҡортостандан ит продукцияһы, май, шәкәр, ашлама һатыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, ти Республика Башлығы. Абхазия президенты Аслан Бжания Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан сараларҙа ҡатнаша.







