Башҡортостандан тоҡомло аттар Үзбәкстанға һәм Ҡаҙағстанға оҙатыла

Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралығы Әбйәлил районындағы предприятиены экспортерҙар һәм Таможня союзы илдәре реестрына индереү өсөн ыңғай һығымта бирҙе. Һүҙ аттар үрсетеү һәм аҫрау буйынса “Яҡташ N” ойошмаһы тураһында бара, ул тоҡомло малдарҙы Урта Азия дәүләттәренә экспортҡа оҙатырға йыйына. Хужалыҡта федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында идентификациялау һәм иҫәпкә алыу системаһы үткәрелә”, — тип белдерәләр ведомствонан.

Фото №1 - Башҡортостандан тоҡомло аттар Үзбәкстанға һәм Ҡаҙағстанға   оҙатыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ