Бөгөн Өфөлә Совет майҙанында легендар командир Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә Дан гирляндаһы һалынды. Сарала Президенттың Волга буйы округындағы рәсми вәкиле Игорь Комаров, Абхазия президенты Аслан Бжания, Белоруссия премьер-министры Роман Головченко, Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Ҡанат Шарлапаев, Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимиы Шавкат Абдуразаков, Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Бындағы скульптура композицияһы 2022 йылдың 11 октябрендә асылды. Һәйкәлдең авторы - скульптор Салауат Щербаков. Бөгөн Өфөлә ҡаланың 450 йыллығы уңайынан саралар үтә.







