Бөгөн Өфөлә Көрәш һарайы асылды

Ул баш ҡалаға нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға арналған юбилей объекттарының береһе. Тантаналы сарала Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. “Күптәнге хыялым тормошҡа ашты. Һарай тренер һәм спортсыларыбыҙға оло ихтирам билдәһе”, - тине республика етәксеһе.

Бөгөн Өфөлә Көрәш һарайы асылды

“Көрәш һарайы бик күп яңы исемдәр асырына ышанам”, - тине ҡотлау телмәрендә Абхазия президенты Аслан Бжания.

Бөгөн Өфөлә Көрәш һарайы асылды

Өфө Көрәш һарайында ҙур спорт ярыштарын ойошторорға була. Быйыл унда “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сараларын уҙғарыу ҡарала. Шулай уҡ физик культура һәм спорт буйынса Совет ултырышы ла ошонда үтергә тейеш. Тантана барышында дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡортостан башлығы указы менән Рәсәй Көрәш Федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили “Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнде. Спортсылар Азалия Әминева, Илья Кандалин, тренерҙар Рәил Нагаев, Николай Сычков һәм Марсель Хәбиров Башҡортостан Башлығының Рәхмәт Хатына лайыҡ булды.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Көрәш һарайы асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ