Бөтә Рәсәй тикшереүҙәренән башҡа контроль эштәр уҡыу ваҡытының 10 процентынан артмаҫҡа тейеш. Мәғариф өлкәһен күҙәтеү башлығы Анзор Мусаев шулай тип белдерҙе. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй контроль эштәренән башҡа белемде һынау өсөн Мәғариф өлкәһен күҙәтеү хеҙмәтенең рөхсәте кәрәк була. Әлегә тиклем ҡайһы бер мәктәптәрҙә контроль эштәр уҡыу ваҡытының 40 процентын алып торған.




