«Ҡашҡаҙан» паркында Халыҡ-ара көслөләр турниры үтте

«Ҡашҡаҙан» паркында Халыҡ-ара көслөләр турниры үтте

Өфөнөң 450 йыллығы сиктәрендә бөгөн «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында Халыҡ-ара көслөләр турниры үтте. Республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған сарала донъя кимәлендә билдәлелек алған 14 спортсы көс һынашты. Улар араһында «башҡорт бәһлеүәне» исемен йөрөткән Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин командаһы ағзалары, шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан атлеттары бар. Турнирҙарҙа бығаса һыналмаған күнекмәләр ҙә тәҡдим ителде. Ул спортсыларға ғына түгел, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына ла яңылыҡ булды. Шуға ла өфөлөләр һәр ҡатнашыусыны көслө алҡыштарға күмде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ