Башҡортостан башлығын Мәскәүҙә һайларға мөмкин

Әгәр республикала йәшәүсе тауыш биреү көндәрендә илдең баш ҡалаһында булһа, улар өсөн 13 мең 550-се һайлау участкаһы эшләйәсәк. Ул республиканың Доброслободский урамындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында урынлашҡан. Участка һайлау комиссияһы ағзалары Өфөнән коллегалары етәкселегендә белемдәрен камиллаштырған. Улар һайлауға әҙерлек һәм уны үткәреүҙең норматив-хоҡуҡи базаһы, граждандарҙы ҡабул итеү процестары менән танышҡан. Тауыш биреү өсөн ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр тауыш биреүселәрҙе бүләктәр көтә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ